Үҙәндәрен ағын ташҡын һәм әүәлге сөсө һыулы диңгеҙ боҙған йылғаларҙың ҡабат юл ярғаны.
Ниһәйәт, был Туфан һыуының диңгеҙҙән (был осраҡта Төньяҡ боҙло океандан) сығып килеүенә иң баҙыҡ дәлил – уның эсергә яраҡһыҙ булыуы. Шул мәсьәләне ҡарайыҡ. Ағын һыу баҫып үткән ерҙәрҙә, ғәҙәттә йыш ҡына, соҡорло урындарҙа тигеҙлек, ә шундайҙарында – һыу йыуған йырындар барлыҡҡа килә. Ошо күренеш арҡаһында, ташҡын һыу йылғалар селтәренең күп урындарҙа юлын быуып, тәбиғәттә быуаттар буйына көйләнгән һыу әйләнешен тамам, аҙаҡ сиккә килтергәнсе, боҙғандыр, тип уйларға була. Ундай урындарҙа диңгеҙ һыуынан ҡалған күлдәрҙең һыуы, тоҙло булғанға күрә, эсергә ярамаған, шуға күрә бөтә ҡоро ер йән эйәһе һыуҙы шишмәләрҙән генә эсергә мәжбүр була. Был турала ҡобайырҙа
5620 –
Ҡош – ҡорт, йәнлек күбәйгәс,
Шишмә һыуы етмәгәс,
Күлдән ҡурҡып эсмәгәс,
Халыҡҡа һыу етмәгәс,
––
5710 Иҙел батыр тапҡан һыу,
Шылтырап матур аҡҡан һыу
Иҙел булып ҡалған, ти.
Шул иғтибарға лайыҡлы – бында “матур” эпитеты “аҡҡан”ға ҡуйылған, ә “һыу”ға түгел. Был әлеге Иҙел, Нөгөш, Яйыҡ, Һаҡмар урынында туфандан һуң аҡмай ятҡан күлдәр теҙмәһе генә булғандыр, тигән фекерҙе ҡеүәтләй, беҙҙеңсә. Шуға күрә матур аҡҡан һыу шишмәләрҙәй ҡәҙерле йәшәү сығанағына әүрелеп, шул тирәнең батырҙары исеме менән аталып йөрөтөлгән. Әлбиттә, был дүрт йылға Туфанға тиклем дә Көньяҡ Уралдың һыуын ситкә алып китеп ағып ятҡандарҙыр, тик һыу баҫыу уларҙы юҡ иткән. Элекке үҙәндәре буйлап юл йырған осраҡта ла, матур итеп ағып киткән ошо йылғалар Туфандан һуңғы быуындар өсөн яңы һыуҙар, тип ҡабул ителеүе тәбиғи хәл күренә.
Аталған дүрт йылғаның шул заманда ғына барлыҡҡа килеүе тураһындағы ҡобайырҙағы хәбәрҙең тағы ла бер бик мөһим тәбиғи нигеҙе бар – уны юғарыла күрһәтелгән картаға ҡарап аңлап була. Ул картанан күренеүенсә, Уралды утрау хәлендә ҡалдырған сөсө һыулы диңгеҙ Нөгөш менән Һаҡмарҙы ғына күммәгән, ә Яйыҡтың әлеге урта һәм түбәнге, ә Иҙелдең түбәнге ағымы һыу аҫтында булған. Әгәр ҙә Урал өҫтөнән үткән һыу һәләкәте – Туфан ҡалҡыу – һәм шул сөсө һыулы диңгеҙҙең Уралдан сигенеүе Ерҙәге әлеге йылы осор – Голоцен – башланғанда булып үткән ваҡиғалар [5], [1], тип раҫланыуын иҫәпкә алһаҡ, ҡобайырҙағы Иҙел, Нөгөш, Һаҡмар, Яйыҡ йылғаларының йырылыуы тураһындағы хәбәрҙе шул йылғаларҙың Ерҙә боҙланыу осоро үткәс яңынан тыуыуы тураһындағы риүәйәт, тип аңларға тейешбеҙ. Ғәжәп, ошо урында уҡыусы бөгөнгө фәндең “Урал батыр” ҡобайырының бер өлөшөнөң дөрөҫлөгөн иҫбатлауынамы, әллә ҡобайырҙың үҙе иң яңы фәнни теория һәм гипотезаларҙы ҡеүәтләүенә аптырап һоҡланырға тейешме икән? Беҙ иһә, икеһенә лә аптырап һоҡланып бөтә алмауыбыҙҙы йәшерә алмайбыҙ, ғәрсә был яҙмалар асылда фән мәсьәләләренә бағышланһа ла һәм, шул сәбәпле, бындай йомшаҡлыҡ беҙҙең һүҙгә ышанысты ҡаҡшатһа ла.